Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 17:18

Һайлауҙы тауышымды бирмәй үткәргәнем юҡ!

Нина Григорьевна Тарасова 1936 йылдың 6 декабрендә тыуған. Бөгөн ул Республика Башлығы һайлауында ҡатнаша.

Нина Григорьевна Тарасова 1936 йылдың 6 декабрендә тыуған. Бөгөн ул Республика Башлығы һайлауында ҡатнаша.
- Ғүмерем буйы халыҡ араһында ҡайнап йәшәнем. Балалар баҡсаһында, Сабыйҙар йортонда эшләнем. Белемем буйынса медицина белгесе. Оло йәштә булыуыма ҡарамаҫтан бер ваҡытта ла сәйәсәттән ситтә ҡалғаным юҡ. Олоғайыу менән тормош туҡтап ҡалмай. Бына Республика Башлығын һайлауҙа үҙ тауышымды бирергә килдем. Бәлки минең тауышым Башлыҡ итеп күрергә теләгән кешемә ярҙам итеп ебәрер. Тормоштар матур булһын. Балалар һәм ейәнсәрҙәр етеш тормошта йәшәһен, һуғыш булмаһын! Республика Башлығы булып аҡыллы, тәүфиҡлы кеше булһын.
Читайте нас: