Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 09:05

Башҡортостанда һайлау участкалары эшләй башланы

8 сентябрҙә республикала - 3434, шул иҫәптән граждандар ваҡытлыса барған урындарҙа 37 участка асылды.

8 сентябрҙә республикала - 3434, шул иҫәптән граждандар ваҡытлыса барған урындарҙа 37 участка асылды. Һайлауҙа бөтәһе 3 миллион 049 мең 571 кеше ҡатнашыуы мөмкин. Бынан тыш, 181 һайлаусы Мәскәүҙә һанлы һайлау участкаларында үҙ тауышын бирәсәк.
8 сентябрҙәге һайлау юғары эмоциональ кимәлдә генә түгел, бер кемдең дә тауыш биреү һөҙөмтәләренә һорауҙары тыумаһын өсөн юридик яҡтан дөрөҫ үтергә тейеш. Был хаҡта берҙәм тауыш биреү көнөнә арналған республика селектор кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин да белдерҙе. Ул республикала һайлау кампанияһының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне. Төбәк власы уны мөмкин тиклем асыҡ итергә тырышты. Быйыл Башҡортостан Башлығы вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә, бер кем дә һайлау алды ярышынан төшөп ҡалманы һәм һәммәһенә лә һайлау алды агитацияһы өсөн мөмкинлектәр бирелде.
«Быйыл республика Дәүләт Йыйылышы һайлау участкаларының эшен ике сәғәткә оҙайтты. Был йәкшәмбе көндө производствола эшләгән, баҡсаларына барған кешеләргә гражданлыҡ бурысын үтәргә мөмкинлек бирә. Өфөлә барлыҡ 410 участкала видеокүҙәтеү алып барыла. Республикала 334 меңдән ашыу һайлаусының һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын (КОИБ) файҙаланып тауыш биреү мөмкинлеге бар. Улар 225 һайлау участкаһына ҡуйыла. Быларҙың барыһы ла республика асыҡ һайлау үткәрергә әҙер булыуы хаҡында һөйләй», - тип билдәләне Александр Сидякин.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко әйтеүенсә Төбәк башлығын һайлауҙан тыш, республикала ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлау уҙа, республика халҡына шулай уҡ 15 мең самаһы кандидаттан 7 329 урындағы совет депутатын һайларға кәрәк. 8 сентябрҙәге һайлауҙа бөтәһе 11 сәйәси партия ҡатнаша.
Һайлау участкалары киске 9-ға тиклем эшләй.
Һайлауға яҡынса йомғаҡ 9 сентябрҙә иртән билдәле була.
Читайте нас: