Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 19:30

Боғанаҡтар әүҙем һайлай

1311-се һанлы Боғанаҡ һайлау участкаһына халыҡ иртәнге сәғәттәрҙән үк әүҙем килә. Йәмғеһе 570 кеше теркәлгән ауылда сәғәт ундар тирәһендә алты тиҫтәнән ашыу кеше тауыш бирһә, төш ауғансы һайлаусылар һаны 240-тан ашты.

1311-се һанлы Боғанаҡ һайлау участкаһына халыҡ иртәнге сәғәттәрҙән үк әүҙем килә. Йәмғеһе 570 кеше теркәлгән ауылда сәғәт ундар тирәһендә алты тиҫтәнән ашыу кеше тауыш бирһә, төш ауғансы һайлаусылар һаны 240-тан ашты.
- Ауыл кешеһе өсөн уттай ҡыҙыу мәл булыуға ҡарамаҫтан, ер-баҡса эшенән бер ғауымға арынып, халыҡ әүҙем тауыш бирә. Айырыуса өлкән йәштәге граждандар үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Һайлауға сәләмәтлеге йәһәтенән килә алмаған 25 кеше ғариза арҡылы өйҙә тауыш бирәсәк. Өлгөргәнлек осорона аяҡ баҫып, тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ 5 егет-ҡыҙға ла бүләктәребеҙҙе әҙерләп ҡуйғанбыҙ, - ти комиссия рәйесе Людмила Николаевна Ватагина.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һайлау участкаһына йәйәүләп килеп еткән Бибинур Әүбәкер ҡыҙы һәм Шакирйән Әүхәҙей улы Ҡотлоәхмәтовтар бер генә һайлауҙан да ҡалғандары юҡ. Туғыҙынсы тиҫтәләрен ваҡлаған был пар үҙҙәренең теремеклеге, ихласлығы менән былай ҙа байрамса мөхитте тағы ла йәнләндереп ебәрҙеләр.
- Тауышымды бәхетле, мул тормош, именлек, яҡшы юлдар өсөн бирҙем. Йәштәребеҙ үҙ илендә ырыҫҡа, бәрәкәткә күмелеп йәшәһен, уҡыһындар, һөнәрле булһындар, - ти ғүмере буйы тракторсы булып хеҙмәт йөгөн тартҡан Шакирйән ағай. - Мин иһә яңы башлыҡ хаҡлы ялдағы оло быуын вәкилдәренә иғтибарлы, ихтирамлы ҡараш күрһәтер, пенсия түләүен бер аҙ күтәрер тигән өмөттәмен, - тип тормош иптәшенең һүҙҙәренә ҡушылды Бибинур апай ҙа.
Ауылдаштарының изге теләктәрен шулай уҡ Валентина Чуканова, Тәслимә Зиргизова, Регина Хәсәновалар ҙа йөпләп ҡуйҙы. - Ауыл кешеһенә, иң мөһиме, рәтле юлдар, балаларҙы уҡытыр өсөн йылы, яҡыт мәктәп, мал тотор, баҡса үҫтерер өсөн мөмкинлектәр булһын, - тип өҫтәй алсаҡ ханымдар.
Мәҙәниәт йорто алдында ойошторолған “Көҙгө йәрминкә”нән, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында барған бай йөкмәткеле концерттан да ауыл халҡы үтә ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: