Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 21:28

Үҙебеҙҙең башҡортто һайланым!

- Миңә быйыл 79 йәш тулды, ти Луиза Рәхим ҡыҙы Иҫйәнова. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда миңә ни бары 1 йәш кенә булған. Беҙҙең осор бала-сағаларына һуғыш ваҡытында ла, унан һуң да рәхәт тормош эләкмәне.

Шулай ыҙалыҡ менән үҫтек. Шуның өсөн балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә тыныс, матур тормош булһын, тип тауыш бирергә килдем. Һайлауҙа һәр саҡ ҡатнашырға тырышам, шулай өйрәнелгән инде. Ғүмерем буйы ауыр эштә йөрөнөм. Иң алда һуҡырҙар йәмғиәтендә, һуңынан БЗТРП-ла термист булып эшләнем. Ҡыҙыу, эҫе мейестән пружиналар сығарып торҙоҡ. Ҡыҙыу стаж биреп пенсияға оҙаттылар. Эш ауыр булғас, һаулыҡ та бөттө. Хәҙер инде ҡартайҙыҡ, балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә ҡарап ҡыуанабыҙ. Илдә тыныслыҡ булһын, Башҡортостандың Башлығы халыҡты ҡараһын, йәштәр ғаиләләрен ташлап ситтә йөрөмәһен, балалар етем үҫмәһен. Үҙебеҙҙә эш булдырһын тип, үҙем кеүек башҡортто Радий Фәрит улын һайланым. Бәлки, тормош яҡшырыр, халыҡҡа ярҙамы тейер, балалар яҡшы эш хаҡы ала башлар.
Читайте нас: