Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 13:06

Иң әүҙемдәр Октябрьский биҫтәһендә

Октябрьский биҫтәһендәге 1299-сы һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 6-ла уҡ эш башланы.

Октябрьский биҫтәһендәге 1299-сы һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 6-ла уҡ эш башланы.
Ләлә Солтангәрәй ҡыҙы Әхмәтйәнова рәйеслегендәге һайлау комиссияһы ағзалары һәм һайлау барышын күҙәтеүселәр 7 тула тигәндә һайлауҙы Башҡортостан гимны менән асып ебәрҙеләр. Зал һайлауға ярашлы матур биҙәлгән. Тәүгеләрҙән булып тормош иптәше менән бергә тауыш биргән Гөлсөм Урал ҡыҙы Байрамғолова бүләк алып ҡыуанды.
- Башҡортостаныбыҙҙа тыныслыҡ, татыулыҡ, һәм тотороҡлолоҡ өсөн тауыш бирәм,- ти оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә хеҙмәт иткән ханым.
Әйткәндәй, һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып килгән һәм беренсе тапҡыр һайлағандарға бүләктәр әҙерләнгән.
Һуңғараҡ бында мәктәп уҡыусыларының көҙгө йәрминкәһе башланды.
Читайте нас: