«Һайлау» дәүләт автоматлаштырылған системаһы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә был күрһәткес 7,54% тәшкил итте. Ҡалалар буйынса уртаса һан – 7,44 %, райондар буйынса – 12,48 %. Һайлаусыларҙың күпселеге Тәтешле (27, 09%), Миәкә (26,2%) райондары участкаларында килде. Өфөлә иртәнге 10-ға иң күп кеше Калинин районында ине – 14, 28%.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда Башҡортостан президентын ваҡытынан алда һайлауҙа ошо уҡ сәғәткә исемлектәргә индерелгән һайлаусыларҙың 7,68%, 2018 йылда иһә республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа 6,31 % тауыш бирҙе.