Ҡаланың педагогия колледжында урынлашҡан 1293-сө һайлау участогына 1056 кеше һайлау исемлегенә индерелгән. Талғын ғына музыка аҫтында халыҡ яйлап участокҡа ағыла. Уҡыу йортоноң баҫҡысында уҡ кешеләрҙе сағыу һайлау плакаттары ҡаршы ала. Коридорҙа тәмле-татлы тәҡдим иткән һатыусылар ҡаршы ала. Һайлау участогы рәйесе Евгения Борисовна Сулимова һайлауҙа халыҡтың активлығын билдәләне.
- Башҡа һайлауҙарға ҡарағанда халыҡ бөгөн бик әүҙем. Ҡайһы ваҡыт хатта сират та барлыҡҡа килә. Был сәйәси ваҡиғанан йәштәр ҙә, ололар ҙа ситтә ҡалырға теләмәй. Күптәр хатта ғаиләләре менән килә. КПРФ партияһынан күҙәтеүсе булып килгән Юлия Кузьминична Старкова ла һайлау барышының тыныс, матур барыуын билдәләне.
Ошо уҡ участкала Татьяна һәм Ринат Янахметовтар тауыш бирҙе. Улар икеһе лә ҡала тормошонда ҡайнап йәшәгән кешеләр. Татьяна Петровна әлеге ваҡытта “Ресо-Мед” медицина страховкалау компанияһы етәксеһе. Ә Ринат Янахметов оҙаҡ йылдар “Урал” гәзите, һуңынан “Рәсәй почта” һы водителе булып эшләне.
- Бындай сарала һәр кем үҙ тауышын биреп ҡалырға бурыслы тип һанайбыҙ. Сөнки Республика Башлығынан күп нәмә тора. Шуның өсөн халыҡҡа файҙа килтерерҙәй етәксе булырға тейеш. Беҙ үҙ тауышыбыҙҙы бирер алдынан, һәр бер кандидаттың программаһын уҡыныҡ. Үҙҙәрен яҡындан белмәһәк тә, улар араһынан бер кандидатты һайлап тауышыбыҙҙы бирҙек. Уның үтеп китеүенә ышанысыбыҙ ҙур!