Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 21:50

Мин Башлыҡ һайлайым!

- Һиңә нисә йәш? - Дүрт йәш, мин Иван Евгеньевич, - тип яуап бирә тиктормаҫ бала.

- Һиңә нисә йәш?
- Дүрт йәш, мин Иван Евгеньевич, - тип яуап бирә тиктормаҫ бала.
Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан һайлау участкаһына Иван өләсәһе, әсәһе менән бергә килгән. Мин әсәйем менән өләсәйемә урнаға бюллетень төшөрөргә ярҙам итәм, ти ул йылмайып. Эйе, әлегә Иван балалар баҡсаһына йөрөй һәм Республика Башлығын һайлауҙа үҙенең ярҙамын ошолай күрә, был ваҡиғаның етди икәнлеген төшөнөп етмәһә лә, үҙенсә өлөш индерә. Ивандың әсәһе Людмила Калугина “Стройминерал” йәмғиәтендә эшләй.
- Республикабыҙ Башлығын һайлауға өсәүләп килдек. Беҙ Республикала тыныс тормош өсөн тауыш бирәбеҙ. Йәштәргә иғтибар, Башҡортостанда улар өсөн эш урындары артһын. Ситтә йөрөмәһендәр, үҙебеҙҙең илдә эшләп файҙа килтерһендәр.
Читайте нас: