Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 20:59

Муллыҡ килтерһен “Сөмбөлә”!

Һайлау көндө Шығай күп тармаҡыл ауыл клубы алды майҙансығы ысын мәғәнәһендә көҙгө йәйғорҙо хәтерләтте: төрлө тәғәм, емеш-еләк, йәшелсәләрҙән һығылып торған өҫтәлдәр, шау-гөр килгән бала-саға, сағыу күлдәктәр кейеп, кем уҙарҙан өйөрөлөшкән матур ҡыҙҙар, бар ауылға яңғырап торған йыр-моңдар...

Шул рәүешле, көҙгө уңыш, бәрәкәт байрамы - “Сөмбөләне” ҡаршы алды шығайҙар. Иң тилбер, уңған, һылыу көҙһылыуҙы - Сөмбөләне һайлау өсөн, башланғыс һәм V-VI класс ҡыҙҙары араһында ойошторолған ярыш-конкурстар бик ҡыҙыу вә мауыҡтырғыс булды. Дәртле йыр-бейеүҙәргә, уйындарға үрелеп барған сараның еңеүсеһе тип 5-се класс уҡыусыһы Лиана Ғәлиуллина билдәләнде.
Читайте нас: