Ниндәй генә кимәлдәге һайлауҙарҙы алып ҡараһаҡ та, ул ентекле әҙерлекте, закон талап иткән бар ҡағиҙәләрҙең дә тейешле үтәлеүе кәрәк. Шуның өсөн һайлауҙарға әҙерлек һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ талап итә.
Белорет район-ҡалаһында урынлашҡан территориаль һайлау участкалары ла Республика Башлығын һайлауға ныҡлы әҙерләнде. Бюллетендәр өс телдә район-ҡалаларҙың һайлау участкаларына алып барып еткерелде. 8 сентябрь, сәғәт иртәнге 7-лә барлыҡ һайлау участкалары ла берҙәм ишектәрен асты. Был турала беҙгә муниципаль райондың территориаль һайлау участкаһы рәйесе Эльвира Копытова хәбәр итте.
- Район-ҡалала барлығы 78 һайлау участкаһы бар. Айырып әйткәндә, районда - 50, ҡалала - 28 һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 7-лә ишектәрен асып, тәүге һайлаусыларҙы ҡабул итә башланы. Һигеҙ кандидат араһынан Республика Башлығын һайлау тауыш биреүселәргә еңел булмаясаҡ. Шуның өсөн һәр кем үҙендә ҙур яуаплылыҡ тоя һәм иң беренсе сиратта алдағы йылдарҙа әле һайланасаҡ кандидаттан Республика яҙмышы, халыҡ яҙмышы хәл ителеүен аңлай, уның да тауышы кәрәклеген яҡшы белә. Беҙҙең районда һәр ваҡыт тәүге тауыш биреүселәр - ул оло йәштәге кешеләр. Улар һәр саҡ һайлауҙарға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарап өйрәнгән. Тәүге тауыш биргән ололарға ла, тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡан йәштәргә, ата-әсәләре менән килгән балаларға ла һайлау участоктарында бүләктәр әҙерләнгән. Әйҙә балалар кескәйҙән үҙҙәрендә яуаплылыҡ тойоп үҫһен. Һайлау барышының асыҡ һәм тыныс үтеүен теләйем.