Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 21:24

Республика, балалар киләсәге ѳсѳн

Районыбыҙҙың иң ҙур тораҡ пункттарының береһе - Сермән ауылының Заһир Исмәғилев исемендәге Мәҙәни-социаль үҙәгендә урынлашҡан 1339-сы һайлау участкаһында иртә таңдан йәнлелек күҙәтелде. Ун бер кешенән торған комиссия Берҙәм тауыш биреү кѳнѳнѳң тәүге минутынан уҡ ең һыҙғанып эшкә тотондо, сѳнки 1 432 һайлаусының тиҫтәнә ашыуы сәғәт 7 тулыр-тулмаҫтан ишек алдына сиратҡа баҫҡайны.

Районыбыҙҙың иң ҙур тораҡ пункттарының береһе - Сермән ауылының Заһир Исмәғилев исемендәге Мәҙәни-социаль үҙәгендә урынлашҡан 1339-сы һайлау участкаһында иртә таңдан йәнлелек күҙәтелде. Ун бер кешенән торған комиссия Берҙәм тауыш биреү кѳнѳнѳң тәүге минутынан уҡ ең һыҙғанып эшкә тотондо, сѳнки 1 432 һайлаусының тиҫтәнә ашыуы сәғәт 7 тулыр-тулмаҫтан ишек алдына сиратҡа баҫҡайны.
Ауыл кешеһе иртәсел, йә эшкә китешләй, йә донъя мәшәҡәттәренә тотонор алдынан килеп, гражданлыҡ бурысын үтәргә күнеккән, тип йылмая һайлау комиссияһы рәйесе Динара Шәйәхмәтова. Сермәндәр - әүҙем халыҡ, ә бѳгѳнгѳ мѳһим сәйәси ваҡиғаға икеләтә яуаплы ҡарарҙарына ышанысы ҙур уның. Мәктәп автобусы, график буйынса ике тапҡыр, Урта Сермән, Ҡушыҡ халҡын һайлау участкаһына йѳрѳтѳүе, ә Сатра, Дача, Йәндек ауылдарында йәшәгәндәргә комиссия вәкилдәре барып, урында тауыш бирҙертеүҙәре лә быға булышлыҡ итәсәк.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр коллективтар, мәктәп уҡыусылары кѳсѳ менән әҙерләнгән “Кѳҙгѳ моңдар” исемле концерт, бай йәрминкә, Ғәҙел Аҙнабаев етәкселегендә баскетбол буйынса ярыш был кѳндѳ айырыуса йѳкмәткеле итте.
Сермән ауыл биләмәһе халҡы Башҡортостан Республикаһының буласаҡ Башлығына ҙур ѳмѳттәр бағлай. Һәм быға ныҡлы ышаныс бар.
- Беҙҙең күптәнге проблема - Аҙнағол ауылында күпер мәсьәләһе, ниһайәт, хәл ителергә тора. Күперҙе үҙебеҙҙең балансҡа алыу менән эшкә тотондоҡ. 5 млн. 500 мең һумлыҡ проект әҙер, дәүләт экспертизаһы үтергә ҡалған. Аҫмалы күперҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Киләһе йыл планында Аҙнағол фельдшер-акушерлыҡ пунктын капиталь ремонтлау тора. Ауылдағы ике зыяраттың береһен аҙнағолдар үҙҙәре аҡса йыйып, ѳмә үткәреп, тәртипкә килтерә башлағандар ҙа. Икенсеһен “Реаль эштәр” проекты ярҙамында тѳҙѳкләндерергә иҫәп тотабыҙ. Сермәнгә килгәндә, беҙҙең врач амбулаторияһына 18 млн. һумлыҡ ремонт талап ителә. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зѳһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Андрей Иванюта халыҡ менән осрашыу ваҡытында ниәттәребеҙҙе ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итеүҙәренә ышандырҙылар, - тине ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Сибәғәтова.
Раушания һәм Хәниф ЯМАЛЕТДИНОВТАР:
- Һайлауға ҙур ѳмѳттәр бағлап килдек. Республиканы киләсәктә лә алға алып барырҙай, ябай халыҡтың хәленә инерҙәй лайыҡлы Башлыҡҡа, илдә тотороҡлоҡ булһын, үҙебеҙ, балаларыбыҙ, ейәнебеҙ Дамир тыныс, етеш тормошта йәшәһен ѳсѳн тауыш бирҙек.
* * *
Аҙнағол ауылының ҙур булмаған мәҙәниәт усағында урынлашҡан һайлау участкаһы гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән кешеләрҙе дәртле кѳй менән ҡаршыланы.
1338-се һайлау участкаһында рәйеслек иткән Сермән ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Зѳлфирә Ямалетдинова әйтеүенсә, аҙнағолдар һәр ваҡыт юғары әүҙемлек күрһәтә. Тәүге һайлаусы Вәли Фәхретдинов, һайлау участкаһының иртә менән асылыуынан файҙаланып, ҡалаға эшкә китешләй үк тауыш биреп сыҡҡан. Клуб мѳдире Гѳлфиә Сәфәрғәлина менән китапханасы Фәниә Ғәлина ата-әсәләрҙе, балаларҙы йәлеп итеп, кѳҙгѳ йәрминкә ойоштороп ебәргәйне.
Читайте нас: