Тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат өсөн үҙ тауышын Аҙнабаев Рөстәм Хисмәт улы бирҙе. Бында ла участок байрамса биҙәлгән, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын тәүге тапҡыр үтәүсе 6 кешегә бүләктәр әҙерләнгән. Һайлау комиссияһы рәйесе Мөнирә Нуретдин ҡыҙы Сафуанова һайлауҙың ғәҙәттәгесә тыныс, юғары күңел күтәренкелегендә уҙыуын белдерҙе.