Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 22:20

"Тауыш бирергә күп ваҡыт кәрәкмәй”

21-се мәктәптә 1280-се һайлау участкаһы урынлашҡан. Һайлаусыларҙың дөйөм һаны - 1441. Төш мәленә тиклем уларың 40 процент тирәһе үҙ гражданлыҡ бурысын үтәп өлгөргән. “Берҙәм Рәсәй” һәм “Коммунистар” сәйәси партияларынан күҙәтеүселәр килгән. Мәктәптә һайлау менән бер рәттән “Көҙгө йәрминкә” байрамы ла үтте.

Валентина Михайловна Залавина һайлау көнөн байрам итеп ҡабул итә. Сөнки был көндә һәр ерҙә төрлө саралар үтеүе, музыка яңғырауы, һайлау участкаһына килгәндә таныш-белештәр осрауы үҙе үк күңелгә дәрт өҫтәй, ти. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың иртәгәһе, артабанғы йәшәйебеҙҙең нисек булырын билдәлән көнгә һәр кемдең яуаплы ҡарауын һәм бының өсөн үҙҙәренең ун биш минут ваҡытын йәлләмәүҙәрен теләне.
Читайте нас: