Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 17:39

Йәйғор төҫлө йәрминкә!

Тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан 1286-сы һайлау участогы әллә ҡайҙан үҙенә дәртле музыка, балаларҙың шат тауыштары менән саҡырып тора. Музей алды майҙансығында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы был көндө “Көҙгө йәрмикә” ойоштороп ебәргән.

Уҡыусыларҙың ихлас тауыштары, көләс йөҙҙәре һайлауға килгән кешеләрҙең күңелдәрен күтәреп ебәрҙе. Ә йәрминкәлә нимә генә юҡ! Көҙгө уңышҡа иҫең китәр! Өҫтәлдәрҙә төрлө еләк-емештән әҙерләнгән һуттар, ҡайнатмалар. Баҡсала үҫкән көс еткеһеҙ ҡабаҡтар, ҡыҙыл-һары помидорҙар, ҡыярҙар, шулай уҡ көҙгө байлыҡтың батшаһы картуфтың да төрлөһө бар...
Бына апалы-һеңлеле Азалия менән Розалия Килдебаевалар өләсәләре менән бергәләп бешергән йыуасаларҙы, тәмлекәстәрҙе, ҡарағат компоты, ҡайнатмалар, баҡсала үҫкән ҡабаҡ алып килгәндәр. Азалия бишенсе класта, Розалия өсөнсөлә уҡый. Ҡыҙҙар үҙҙәре эшләгән беләҙектәр ҙә тәҡдим итә. Күп тә үтмәне Республика Башлығы өсөн тауыш биреп сыҡҡан һайлаусылар ҡыҙҙарҙың әйберҙәрен һатып алып та китте.
Читайте нас: