Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 14:20

Яҡшы тормош өсөн тауыш бирҙем!

Һайлау көнө ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан 1286- сы һайлау участкаһында сәғәт 9-ға 100-ҙән ашыу һайлаусы үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгәйне инде.

Һайлау көнө ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан 1286- сы һайлау участкаһында сәғәт 9-ға 100-ҙән ашыу һайлаусы үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгәйне инде.
Һайлау участкаһы рәйесе Миләүшә Мансур ҡыҙы Фәхретдинова халыҡтың әүҙемлеге яҡшы, тип билдәләне:
- Иртәнге сәғәттәрҙә Республика Башлығы һайлауында бигерәк тә оло йәштәге кешеләр әүҙемлеген күрһәтә. Һайлаусыларҙың кәйефтәре яҡшы. Һайлау комиссияһы тарафынан һайлауға килеүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырылды. Тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәгән йәштәргә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы имзаһы менән рәхмәт һүҙҙәре яҙылған Диплом һәм ручка тапшырыла.
Ошо уҡ һайлау участогында Белорет мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Гөлнара Фаил ҡыҙы Мөхәмәтғәлина ла тауыш бирҙе (һүрәттә).
- Республика Башлығы һайлауында ҡатнашыуҙы үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәү генә тип түгел, ә иң беренсе хоҡуғым менән файҙаланыу тип аңлайым. Беҙ урта быуын вәкилдәре һайланасаҡ Республика Башлығына үҙебеҙҙең тауышыбыҙҙы биреп, уға ышаныс бағлайбыҙ. Шәхсән мин үҙем, етәксе булараҡ ҡына түгел, ә әсәй, өләсәй булараҡ та, республикала яҡшы тормош өсөн тауыш бирҙем. Республика Башлығы үҙе артынан халыҡты эйәртер көскә, илдең байлығын халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлтер, иҡтисади-социаль өлкәне күтәрер тип ышанам. Беҙҙең балалар һәм ейәндәр алдынғы, бай һәм матур Республикала тәрбиәләнергә тейеш һәм бының өсөн бар мөмкинлектәр ҙә бар. Һәр кем тормош тағы ла яҡшырһын тип өмөтләнә. Бының өсөн ситтән күҙәтмәҫкә, ә сәйәси тормошта ҡатнашыу кәрәк.
Читайте нас: