Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 21:13

Яҡты киләсәген һайлай!

"Халыҡ һайлауҙарға теләп йөрөй һәм уларҙың 90 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәй. Быйыл да һайлаусылар дәррәү йыйылды. Көндөҙгө сәғәт 3-тәрҙә халыҡтың 75 проценты лайыҡлы тип һанаған Республика Башлығын һайланы ла инде”, - тине Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының участка һайлау комиссияһы рәйесе Әҡсән Юлышев.

Мәҙәниәт усағында халыҡ гөж килә. Һауа торошо ла шундай матур, ҡояшы ла сыҡҡан. Урамды яңғыратып дәртле музыка уйнай. Халыҡтың кәйефе лә көр. Кемдер гражданлыҡ бурысын үтәһә, икенселәре ауыл халҡы көсө менән ойошторолған йәрминкәлә кәрәк-ярағын ала.
Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һайлау участкаһына ике ауыл - Ҡоҙғон-Әхмәр һәм Ҡарайылға ауылдары ҡарай. Бында барлығы 251 һайлаусы теркәлгән. Ҡарайылға ауылы халҡы махсус ойойшторолған автобуста килеп, үҙ бурысын үтәне. Сәләмәтлектәре арҡаһында үҙаллы һайлау участкаларына бара алмаған өлкәндәрҙең йорттарына, бюллетендәр өсөн махсус тартма менән, һайлау комиссияһы ағзалары үҙҙәре килде. Шулай итеп, 15 кеше тауышын үҙ йортонда бирҙе.
БДУ-ның I курс студенты Алмаз Малыбаев та быйыл тәүге тапҡыр һайлауға барҙы. Егет иртүк килеп, гражданлыҡ бурысын башҡарған. Уға һәм һәм иң тәүге һайлаусы – Рәшит Нуховҡа йола буйынса бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: