-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 04:28

Экзитпол: Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров 83% тауыш йыя

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, экзитполдарҙың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса (һайлау участкаларынан сыҡҡан граждандарҙан һорашыу), республика башлығын һайлауҙа 83% тауыш йыя. Был хаҡта бөгөн «Һайлау төнө 2019» йәмәғәт матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Экзитпол мәғлүмәттәре, республика башлығы вазифаһына ҡалған ете кандидаттың күпме тауыш йыйыуы, аҙағыраҡ билдәле була.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда киске сәғәт 8-гә 1 миллион 992 мең 654 кеше тауыш бирҙе.