Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2019, 11:26

Гриптан һаҡ бул!

4 сентябрҙә Башҡортостанда грипҡа ҡаршы Бѳтѳн Рәсәй прививка кампанияһы старт алды. 2019 йылда халыҡтың 45%-тын, йәғни 1,83 млн. кешене (1,4 млн. ҙурҙар һәм 418 мең бала) вакциналау планлаштырыла.

4 сентябрҙә Башҡортостанда грипҡа ҡаршы Бѳтѳн Рәсәй прививка кампанияһы старт алды. 2019 йылда халыҡтың 45%-тын, йәғни 1,83 млн. кешене (1,4 млн. ҙурҙар һәм 418 мең бала) вакциналау планлаштырыла.
Акция Владимир Путиндың май айында ҡабул ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был турала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин хәбәр итте.
Тѳбәктең Һаулыҡ һаҡлау етәксеһе һүҙҙәренсә, вакцинациялау - грипҡа һәм киҫкен респираторлы вируслы инфекцияға ҡаршы ҡулланылған иң нәтижәле сара. Иғтибар үҙәгендә айырыуса балалар, ауырлы ҡатын-ҡыҙ, хроник сирлеләр, 60 йәштән уҙғандар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре булырға тейеш, тине Максим Забелин.
Хәтерегеҙгә тѳшѳрәбеҙ, хатта прививка эшләткән кешеләргә лә профилактик саралар күреү зарур. Сирлеләр менән бәйләнешкә инмәү, ауырыуға 1 метрҙан да яҡыныраҡ килмәү, сирле менән бәйләнешкә ингән хәлдә, махсус битлек кейеү; ҡулдарҙы бактерияларға ҡаршы саралар менән яҡшылап йыуыу; йүткергәндә, сѳскѳргәндә танау-ауыҙҙы ҡаплау; халыҡ күп йыйылған урындарға бармау, даими рәүештә бинаны елләтеү, сәләмәт тормош алып барыу, саф һауа, әүҙем ял һәм башҡалар һеҙҙе грипп миҙгелендә ѳҙлѳгѳүҙәрҙән һаҡлар.
Прививкалау кампанияһы 15 ноябрҙә тамамланасаҡ.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: