Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2019, 10:51

"Рәсәй Президентының вазифаларына инмәй"

Рәсәй Президенты Владимир Путин иреккә сығарылған рәсәйҙәрҙе аэропорттан ҡаршы алырға килмәне, сөнки был уның вазифаларына инмәй, тине ил башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков.

Рәсәй Президенты Владимир Путин иреккә сығарылған рәсәйҙәрҙе аэропорттан ҡаршы алырға килмәне, сөнки был уның вазифаларына инмәй, тине ил башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков.
“Дәүләт башлығы тотҡондарҙы алмашыу операцияһы уңышлы килеп сыҡһын өсөн былай ҙа күп көс сарыф итте һәм был мөһим булып тора, -тине пресс-секретарь.
Рәсәй һәм Украина араһында тотҡондарҙы алмашыу 7 сентябрҙә үтте. 35 Рәсәй гражданы менән "Россия" махсус осоусы отряд самолеты Мәскәүҙә төштө. Яҡынса ошо уҡ ваҡытта Борисполь аэропортында ла 35 украин тотҡондары менән самолет төшкән. Рәсәй яғынан иреккә сығарылғандар араһында теракт әҙерләгән өсөн хөкөм ителгән Олег Сенцов та бар. Украина яғынан - "РИА Новости Украина" порталы етәксеһе Кирилл Вышинский. Рәсәй һәм Украина лидерҙары ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу тотҡондарҙы алмашыу ҙур мәғәнәгә эйә, тип белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: