Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2019, 17:24

Белеп аша

Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, миҙгел башынан Башҡортостанда 26 кеше бәшмәк менән ағыуланған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, миҙгел башынан Башҡортостанда 26 кеше бәшмәк менән ағыуланған.
Бәхеткә күрә, үлем осраҡтары теркәлмәгән. Яңыраҡ бәшмәк бәлешен ашап, Дыуан районында ете кешенән торған тотош ғаилә - ѳс бала, ѳс оло кеше һәм 18 йәшлек егет ауыр хәлдә дауаханаға эләкте. Билдәле булыуынса, балалар һәм йәш кеше ѳйҙәренә ҡайтарылған, ҡалғандары иһә әле булһа дауаханала ята. Белгестәр бәшмәк йыйғанда уларҙы диҡҡәт менән тикшерергә, ашарға яраҡлылығында икеләнеү тыуһа, кәрзингә һалмаҫҡа кәңәш итә.
Бәшмәк - аҡһымға бай ризыҡ, шуның ѳсѳн уны тѳнгә ҡарай ашарға тырышмағыҙ. Бәшмәкте шулай уҡ ауырлы, бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙға, 8 йәшкә тиклемге балаларға ризыҡҡа ҡулланыу тыйыла. Ағыуланған осраҡта, кисекмәҫтән дауаханаға мѳрәжәғәт итеү зарур.
Читайте нас: