Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2019, 11:06

Мәктәпкә бармай ғына белем аласаҡтар

EdCrunch глобаль мәғариф конференцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 100 меңгә яҡын бала дистанцион уҡыу ысулын һайлаған.

EdCrunch глобаль мәғариф конференцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 100 меңгә яҡын бала дистанцион уҡыу ысулын һайлаған.
Рәсәй Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, әле беҙҙең ил мәктәптәрендә 16,5 млн. бала уҡый. Ә 100 мең баланың ата-әсәһе өйҙә уҡытыуҙы хуп күргән. Өйҙә уҡытырға теләүсе ғаиләләр йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, 2016-2017 уҡыу йылында 14,5 млн. бала өйҙә генә белем алған.
Өйҙә уҡытыуҙың үҙ проблемалары булыуға ҡарамаҫтан, балаға коллективҡа өйрәнеү мөмкинлектәре сикләнә, уҡытыу процесын ойоштороу мәшәҡәттәре лә арта, шулай ҙа ата-әсәләр был ысулды отошлораҡ күрә.
Киләсәктә йорт шарттарындагы офлайн–уҡыуҙан да тулыһынса дистанцион уҡыуға күсеп буласак, тигән фараздар бирә эксперттар.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас: