-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2019, 11:31

Владимир Путин «Газпром» компанияһына Ҡытайға Монголия аша транзит юл табырға ҡушты

Владимир Путин «Газпром» компанияһына Ҡытайға Монголия аша транзит юл табырға ҡушты.
Рәсәй Президенты Владимир Путин “Газпром”етәксеһе Алексей Миллерға был вариантты өйрәнергә ҡушты. Ил башлығы уны тормошҡа ашырырҙай эш тип һанай.
“Беләм, был маршрут ғәҙәти түгел, әммә ләкин алдан уйлап, ҡаралған буйынса, тормошҡа ашмаҫтай эш түгел, Ҡытай партнерҙары ла шул яҡлы”, – тине Путин.
“Был осраҡта Иркутск өлкәһе менән Красноярск крайы ятҡылыҡтары ғына түгел, Ямал запастары ла ресурс буласаҡ”,– тине ул.
Тимәк, Ҡытайҙың Алтай аша барған газ маршруты алыштырыласаҡ.
Алтай аша ятҡан маршрут техник яҡтан ҡатмарлы булды. Етмәһә, ул ерле халыҡ өсөн изге булған Укок майҙаны аша уҙа ине.
Монголия далалары аша уҙасаҡ маршрут арзаныраҡҡа төшөргә тейеш, шул уҡ ваҡытта Улан-Баторҙы ла газлы итәсәк.
#ВладимирПутин