Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 13:17

Аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Белорет эске эштәр бүлегенә һаҡлыҡ кенәгәһенән 100 мең һум аҡсаһын урлатҡан 62 йәшлек ханым мѳрәжәғәт итә.

Белорет эске эштәр бүлегенә һаҡлыҡ кенәгәһенән 100 мең һум аҡсаһын урлатҡан 62 йәшлек ханым мѳрәжәғәт итә.
Ғариза яҙыусы аңлатыуынса, уға билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, һаҡлыҡ кенәгәһенән аҡса алырға маташыуҙарын хәбәр итәләр һәм тиҙ арала аҡсаһын икенсе банкка күсереүен һорайҙар. Ҡатын аҡсаһын һаҡлыҡ кенәгәһенән алғас, билдәһеҙ номерҙан шылтыратыусы ҡыҙ йәнә бәйләнешкә сыға һәм сумманы икенсе иҫәпкә күсерергә ҡуша. Аҡсаға бәйле ғәмәлдәрҙе башҡарғандан һуң, ҡатындар кисен шылтыратышырға һүҙ ҡуйыша. Тик кѳтѳлгән шылтыратыу булмағас, ханым үҙенең мут әҙәмдәр тоҙағына эләгеүен аңлай. Әйткәндәй, бындай мутлашыу осраҡтарын ул бығаса ишетеп-белеп йѳрѳгән.
Ошо факт йәһәтенән Белорет эске эштәр бүлеге тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра. Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, икенсе кешеләргә, хатта үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштырһалар ҙа, картағыҙға бәйле (ПИН, CVV-код, яраҡлылыҡ ваҡыты, 3D Secure коды) персональ мәғлүмәттәрҙе ѳндәшмәгеҙ. Шуға иғтибар итегеҙ: банктың бәйләнеш телефоны бер нисек тә мобиль була алмай. Һылтанма аша таныш булмаған ресурстарға күсеү, карта менән операциялар, түләүҙәр, аҡса күсереү хәүефһеҙ түгел икәнен онотмағыҙ.
Екатерина Косякова, Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге.
Читайте нас: