Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 13:25

Наркотиктарҙан ситен бул

Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоусы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан 25 йәшлек Белорет кешеһе ҡулға алынды. Тикшереү мәлендә ир кешелә 3 полимер тѳргәккә тултырылған һәм фольга, изолента менән уралған онтаҡ рәүешле матдә табыла.

Гражданин аңлатыуынса, тѳргәктәрҙә һаҡланған матдә - “тоҙ” тип аталған наркотик; уны ул Интернет аша һатып аҡса эшләгән.
Йәш кеше ваҡытлыса йәшәп торған фатирҙа полиция хеҙмәткәрҙәре йәнә шундай уҡ бер нисә тѳргәк таба. Уларҙың эсендәге матдә тикшереүгә ебәрелгән.
Егеткә ҡарата Рәсәй Енәйәт Кодексының 228-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Екатерина Косякова,
Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге.
Читайте нас: