Бөгөн Өфөлә йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса ведомство-ара мөнәсәбәттәрҙең актуаль һорауҙары буйынса Бөтә Рәсәй фәнни-практик конференцияһы уҙа.
Сарала төп штаттан тыш белгес-кардиологтар, Рәсәйҙең иҫкәртеү медицинаһы белгестәре, республика дәүләт власы органдары, эре производстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.
Конференцияла ҡатнашыусылар тәүҙә пленар ултырышта йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлемдәрҙе кәметеү бурыстарын ҡараясаҡ һәм "түңәрәк өҫтәлдәр"ҙә фекер алышасаҡ. темалары - балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең һаулығын һаҡлау, сәләмәт туҡланыу, халыҡтың физик әүҙемлеген арттырыу, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын икенсе иҫкәртеү.
Фармация компаниялары һәм "Башҡортостан продукты" бренды күргәҙмә ойошторасаҡ. Терапевтарҙан, дауалау физкультураһы табиптарынан кәңәштәр алырға, спортсылар үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин буласаҡ.
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үтәлгән "һаулыҡ һаҡлау" милли проекты нигеҙендә ойошторола.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан