Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 11:32

Владимир Путин төбәк Башлығы вазифаһына өс кандидатура тәҡдим итте

Владимир Путин яңы саҡырылыштағы Ҡырым дәүләт Советы ҡарамағына төбәк Башлығы вазифаһына өс кандидатура тәҡдим итте.

Владимир Путин яңы саҡырылыштағы Ҡырым дәүләт Советы ҡарамағына төбәк Башлығы вазифаһына өс кандидатура тәҡдим итте.
Әлеге ваҡытта етәкселек итеүсе Сергей Аксенов ("Берҙәм Рәсәй"); Севастополдең Гагарин муниципаль округы Советы депутаты Сергей Богатыренко (КПРФ); Дәүләт думаһы депутаты Павел Шперов (ЛДПР).
"Әлбиттә, Ҡырым Башлығы итеп Сергей Аксенов һайланасаҡ. Бында бер ниндәй шик тә юҡ", тине парламент рәйесе Владимир Константинов.
Берҙәм һайлау көнөндә Ҡырым Дәүләт Советына ла һайлауҙар үтте. 33,28 процент халыҡ һайлауға килде.
#ВладимирПутин
Читайте нас: