Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2019, 10:53

Һөт кухнялары асыла

Йыл аҙағына тиклем республикала тағы ла дүрт һөт кухняһы асыла.

Йыл аҙағына тиклем республикала тағы ла дүрт һөт кухняһы асыла.
Өфөлә үткән йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү йәһәтенән ведомство-ара эш итеү мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев ошо турала һөйләне. Уның әйтеүенсә, һөт кухняларын тергеҙеү “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Стәрлетамаҡта яңы производство эшләй башланы ла инде. Ул 2,3 мең льготалы сабыйҙы файҙалы ризыҡтар менән бушлай тәьмин итә. Йыл аҙағына тиклем һөт кухняларын Сибайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм Белоретта асыу күҙаллана.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: