Вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүенсә, әсәлек капиталы йыл һайын арттырыласаҡ һәм 2021 йылға уның күләме 489 мең һумға етәсәк.
Вице-премьер Татьяна Голикова 2020 йылда әсәлек капиталы 3,8 процентҡа индексацияланасағы, түләүҙәрҙең күләме 466,6 мең һум тәшкил итәсәге тураһында белдерҙе. Был хаҡта «Интерфакс» агентлығы хәбәр итә.
«Пенсия фонды бюджетында әсәлек капиталы программаһын дөйөм финанслау, шул иҫәптән, 2020 йылдың 1 ғинуарынан индексация үткәреү өсөн 325 млрд. һумға яҡын аҡса ҡаралған», - тип хәбәр итте вице-премьер социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен яйға һалыу буйынса Рәсәй өс яҡлы комиссияһы ултырышында.
Голикова һүҙҙәренсә, бирелә торған сертификаттарҙың күләме лә, өлөшләтә сарыф ителгән сертификаттар буйынса ҡалған аҡсалар ҙа индексацияланасаҡ.
Вице-премьер 2018 йылдың сентябрендә белдереүенсә, әсәлек капиталы йыл һайын арттырыласаҡ һәм 2021 йылға уның күләме 489 мең һумға етәсәк. Индексация күләме Рәсәй иҡтисадының торошона бәйле буласаҡ.