Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2019, 10:58

Башҡортостанда диагностикалау аппаратуралары туҙған

Республика дауаханаларында диагностика аппаратураһының туҙыу кимәле 84 процент тәшкил итә. Барлығы 1047 дана ҡоролманың 670-е 100%-ҡа туҙған. Улар: флюорографтар - 92%, маммографтар – 87%, томографтар – 86%, МРТ аппараттары – 85%, УЗИ – 82%, ангиографтар – 61%.

Һуңғы үткән "Һаулыҡ сәғәте"ндә республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин үҙенең сығышында быйыл 88,7 млн-лыҡ дүрт томограф, 6,8 млн-лыҡ ике флюорограф һәм 34 УЗИ аппараты (118,2 млн һум торалар) иҫәптән сығарылды тип белдерҙе.
Шул уҡ мәлдә "һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы дауахана-поликлиникаларға заманса юғары технологиялы ҡоролмалар ҡайтарыла. Баш ҡаланың ашығыс ярҙам дауаханаһы, 13-сө ҡала клиник дауаханаһы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы һәм Республика кардиоүҙәге йыл аҙағына тиклем магнит-резонан һәм рентген компьютер томографтары, УЗИ диагностикалау комплекстары, үпкәне яһалма елләтеү аппараты, ангиографтар аласаҡ.
Өфөнөң 13-сө поликлиникаһы ике портатив УЗИ аппараты алды. Баш ҡаланың бер нисә медучреждениеһы күҙҙәрҙе дауалау өсөн бинокуляр офтальмоскоплы булды.
Максим Забелин үҙ телмәрендә рентген кабинеттары яңыртыла, ультратауыш диагностикаһы ҡоролмалары, эндоскоптар ҡайтарыла тип һөйләне.
#национальныепроекты;#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в