Рәсәй Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, быйыл абитуриенттар араһында медицина, иҡтисад, киң мәғлүмәт саралары һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса һөнәрҙәр иң популярҙары булған.
Мәғлүмәттәргә ярашлы, 30 августҡа Рәсәй вуздарына 715 меңгә яҡын кеше уҡырға ингән. Шуларҙың 465 меңенә бюджет урындарына инеү бәхете тәтеһә, 239 меңдән артыҡ йәш кеше түләүле нигеҙҙә белем аласаҡ. Бюджет урындарына уҡырға инеүсе студенттарының БДИ буйынса уртаса балы 71,05 тәшкил иткән. Был иһә 2018 йылға ҡарағанда 1,41 балға юғарыраҡ булған.