Киләһе йылда пенсияның уртаса күләме 15 мең һум самаһы була. Эшләмәгән пенсионерҙар өсөн ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме – 16,4 мең һум, тип хәбәр итә РИА «Новости» Рәсәй өс яҡлы комиссияһы материалдарына һылтанма менән.
Быйыл илдә страховка пенсияһы 7,05% индексацияланды һәм инфляция кимәленән ашып китте.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова һүҙҙәренсә, киләсәктә лә ошондай алымды ҡулланыу күҙаллана. Әйтәйек, 2020 йылда страховка пенсияһы —6 ,6%, социаль пенсияһы 7% индексациялана.
Башҡортостанстаттың 2019 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, республикала 1,183 миллион пенсионер иҫәпләнде. Уларҙың 1,086 миллионы страховка пенсияһын алды.
Был ваҡытҡа республикала страховка пенсияһының уртаса күләме 14 меңдән ашты.