Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 16:00

Башҡортостан эксперимент рәүешендә дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсмәй

Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт министрлығының эшкәртеүсе сәнәғәт, ауыл хужалығы, фәнни һәм техник эшмәкәрлек, төҙөлөш өлкәләре предприятиеларында эш көндәрен ҡыҫҡартыу буйынса пилот проекты сиктәрендә «дүрт көнлөккә» күсмәй. Был хаҡта «РИА Новости» агентлығына республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников хәбәр итте.

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проектына бөгөн илдең 30 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан 266 ойошма инә.
Бынан алда «Башинформ» рәсәйҙәрҙең күбеһе «дүрт көнлөккә» күсеүҙе хупламауы тураһында хәбәр иткәйне. Ә Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков эш хаҡы кимәлен һаҡлап ҡалған осраҡта ғына был яңылыҡты индерергә мөмкин булыуын билдәләне.
Читайте нас: