Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 11:08

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡытайҙың Дәүләт Советы премьеры Ли Кэцян менән осрашасаҡ

18 сентябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡытайҙың Дәүләт Советы премьеры Ли Кэцян, ә 25 сентябрҙә - Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышының Даими комитеты рәйесе Ли Чжаньшу менән осрашасаҡ. Был турала 13 сентябрҙә Рәсәй лидерының ярҙамсыһы Юрий Ушаков хәбәр итте.

«Беҙҙең Президент, Ҡытай лидеры кеүек үк, һәр ваҡыт Пекиндан килгән юғары пост биләгән вәкилдәрҙе ҡабул итә, - ти Ушаков.
9 сентябрҙә хәбәр ителеүенсә, Ли Кэцян визиты менән килгәнендә, Рәсәй һәм Ҡытай араһында тауар әйләнешен күтәреү буйынса рәсми документҡа ҡул ҡуйыласаҡ.
Ли Кэцян Рәсәйгә 16-18 сентябрҙә, ике илдең Хөкүмәт башлыҡтарының осрашыуында ҡатнашыу өсөн киләсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: