Анҡарала Сүриә мәсьәләләре буйынса ҙур һөйләшеүҙәр үтте.
Уның эшендә Рәсәй Президенты Владимир Путин, Хәсән Роухани һәм Рәжәп Таип Эрдоган ҡатнашты. Илдәр етәкселәре әлеге ғәрәп республикаһындағы хәл-ваҡиғаларҙы тарихи көйләү, касаҡтарға ярҙам күрһәтеү һәм инфраструктураны тергеҙеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Рәсәй Башлығы шулай уҡ ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙә лә ҡатнашты. Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоган менән хәрби-техник хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Ошо көндәрҙә Рәсәй Оборона министрлығы Төркиәгә С-400 “Триумф” системаһын оҙатыуҙың икенсе этабын тамамланы. АҠШ-тың баҫым яһауына ҡарамаҫтан, 2,5 млрд. доллар торған контрактҡа ҡул ҡуйылған ине.
В.Путин Иран Президенты Хәсән Роухани менән Иран атом программаһы буйынса килешеү хәлдәрен тикшерҙеләр.