Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2019, 16:58

Ниндәй темалар буласаҡ?

Сығарылыш кластарында йомғаҡлау иншаһы үткәреү мәсьәләләре буйынса совет тарафынан 2019/20 уҡыу йылына инша темаларының биш асыҡ йүнәлеше раҫланды.

Сығарылыш кластарында йомғаҡлау иншаһы үткәреү мәсьәләләре буйынса совет тарафынан 2019/20 уҡыу йылына инша темаларының биш асыҡ йүнәлеше раҫланды.
Улар – “Һуғыш һәм солох” (бөйөк китаптың 150 йыллығына), “Өмөт һәм рух төшөнкөлөгө”, “Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ”, “Ғорурлыҡ һәм буйһоноусанлыҡ”, “Ир һәм ҡатын” (“Он и она”).
Билдәле булыуынса, XI класс уҡыусылары өсөн йомғаҡлау иншаһы БДИ-ға инеү өсөн “асҡыс” булып тора. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән уҡыусыларҙың изложение яҙыу хоҡуғы бар.
Йомғаҡлау иншаһы быйыл 4 декабргә тәғәйенләнгән. Насар билдә алғандар, ғәфү итерлек сәбәптәр буйынса яҙа алмағандар өсөн өҫтәмә көндәр – 2020 йылдың 5 феврале һәм 6 майы.
Читайте нас: