Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка кампанияһы
сентябрь башында уҡ башланды. 13 сентябргә 342 меңдән ашыу кеше (республика халҡының 8,4 проценты), шул иҫәптән 88 мең самаһы бала прививка алды. Киҙеүгә ҡаршы вакциналар ошо эпидемия миҙгелендә көнүҙәк булған вирустан һаҡлай, тип хәбәр итә ведомство.