Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2019, 14:37

«Театрлы Волга буйы» фестиваль еңеүселәрен тамашасылар һайлай

«Театрлы Волга буйы» төбәк фестивале һуңғы этапҡа сыҡты.

«Театрлы Волга буйы» төбәк фестивале һуңғы этапҡа сыҡты.
Финалға сыҡҡан спектаклдәрҙең видеоверсияларын, ә улар Урал аръяғы федераль округының бөтә төбәктәренән йыйылған 14 студент һәм 14 мәктәп постановкалары, проекттың http://театральноеприволжье.рф/ сайтында ҡарарға мөмкин. Тамашасылар, спектаклдәрҙе ҡарап ҡына ҡалмай, оҡшағандарына тауыштарын да бирә ала. Фестиваль еңеүселәрен нәҡ улар ғына билдәләй бит.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы Театр йылына арналып, Рәсәй Президенты вәкиле Игорь Комаров инициативаһы менән үткәрелгән “Театрлы Волга буйы” фестивале 27 мартта старт алғайны. Яңы проект уҡыусылар һәм студенттар араһында театр хәрәкәтен йәнләндереүгә, йәштәр театр сәнғәтен үҫтереүгә яңы этәргестәр булдырыу маҡсатынан ойошторолдо.
Башҡортостанда студенттар коллективы араһынан “Ҡорос” халыҡ театры (М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) “Тиле йәшлек” спектакле менән иң яҡшыһы тип танылды. Ә мәктәп театрҙары араһынан Гран-приҙы МЕЖГОРЬЕ ҡалаһынан “ПАУЗА” студияһы алды.
Читайте нас: