Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 15:02

Был аҙнала Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында йылытыу миҙгеле башлана

23 сентябрҙә республиканың барлыҡ райондарында йорттарға һәм социаль объекттарға йылы бирелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә йылытыу миҙгелен башларға ҡушты.

Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев хәбәр итеүенсә, 23 сентябрь иртәһенә мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостандың 45 районында ғына йорттарға йылы бирелгән. Әлшәй, Ауырғазы, Благовар, Ейәнсура, Ҡыйғы, Күгәрсен, Мәсетле, Хәйбулла райондарында йылытыу миҙгеле башланмаған. Уҙған аҙнала Өфөлә ҡайһы бер социаль объекттарға йылы бирелде, тулы күләмдәге йылытыу миҙгеле дүшәмбе башлана.
Оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, Башҡортостанда дүрт көн буйына 8 градус йылы тора, төндә температура минусҡаса төшә. Был аҙнала көндәрҙең йылыныуы көтөлмәй.
Читайте нас: