Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашев Мәскәү янында аварияға осраған самолетты кукуруз баҫыуына ултыртҡан “Урал авиалиниялары” экипаж ағзаларына торлаҡ асҡыстары тапшырған.
“Беҙ был ваҡиғаны тантаналы билдәләп үтергә булдыҡ”, - тигән губернатор Екатеринбург ҡалаһында Конгресс-холдла бокс буйынса донъя чемпионаты ябылыу тантанаһында. Унда экипаж ағзаларын да саҡырған булғандар.
Пилоттар Дамир Йосопов менән Георгий Мурзин, шулай уҡ бортпроводниктар Надежда Вершинина, Дмитрий Гончаренко, Дмитрий Ивлицкий, Алия Слякаева, Яна Ягодинаға яңы фатир асҡыстары тапшырылған.
Бынан тыш, “Роскосмос” етәксеһе Дмитрий Рогозин уларҙы 25 сентябрҙә “Байконур” космодромына “Союз-ФГ” ракетаһының “Союз МС-15” корабле менән стартын ҡарап торорға саҡырған.
“Урал авиалиниялары”ның был экипажы 15 августа Мәскәү-Симферополгә осҡан самолетты авариялы ултыртып танылды. 226 пассажирҙың 41-е балалар булған. 16 августа РФ Президенты Владимир Путин пилоттарға Рәсәй Геройы исеме, экипаж ағзаларына “Батырлыҡ” ордены биреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.