-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 14:56

Өфөлә Мостай Кәримдең повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы булды

22 сентябрҙә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы.

22 сентябрҙә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы.
Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейында ҙур мәҙәни ваҡиға булды. Фильмды ҡарарға тотош республика йәмәғәтселеге йыйылды, премьерала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та бар ине.
«Был — һоҡланғыс фильм, сөнки унда Мостайҙың әҙәби материалына һаҡсыл ҡараш, Башҡортостанға һөйөү сағыла, картина, кешеләр, пейзаждар йөрәккә үтеп инә. Фильмдың Мостай Кәримдең 100 йыллығында экранға сығыуы — алдан билдәләнгән, кино теле аша күп кенә балаларҙың, китап уҡыусыларҙың иғтибарын уның ижадына йүнәлтеп булыр тип ышанам», — тине Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов.
Фильм Белорет районының Яңы Хәсән ауылында төшөрөлгән. Проект өсөн махсус рәүештә ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов етәкселегендә декораторҙар 1940 йылдарҙағы өйҙәрҙең аныҡ күсермәләрен төҙөгән. Фильмдың режиссеры — танылған актер һәм режиссер Александр Галибин.
«Беҙ шундай шәп урында һоҡланғыс кешеләр менән эшләнек, һеҙҙең төйәктә эшләү — ҙур бәхет. Мостай Кәрим — халыҡтың йөрәге, шуға беҙгә оло яуаплылыҡ йөкмәтелде. Был минең тормошомда иң тулҡынландырғыс көндәрҙең береһе булды — рус кешеһе башҡорт халҡы, тамырҙары менән башҡорт мәҙәниәтенә барып тоташҡан тарихы тураһында фильм төшөрә. Картина башҡортса бара, беҙ экранда башҡорт теленең русса тауышҡа ҡарағанда көслөрәк булыуын теләнек һәм шуға өлгәштек. Мин һеҙҙең республикаға, ошонда эшләгән кешеләргә ғашиҡмын», — тине Александр Галибин.
Фильмда төп ролдәрҙе 7 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин (Йәмил) менән 9 йәшлек Марта Тимофеева (Оксана) бик оҫта башҡарҙы. Арыҫлан беренсе тапҡыр ғына киноға төшһә, йәш актриса — ысын йондоҙ. Марта Тимофееваның иҫәбендә кинола һәм сериалдарҙа 40-тан ашыу эше бар. «Һеңлекәш»тә төшөү өсөн Мартаға башҡорт телен өйрәнергә тура килгән.
«Һеңлекәш» фильмы — башҡорт, украин һәм рус телдәрендә төшөрөлгән. Унда Илгизә Ғилманова, Виталий Салий, Рәүис Заһитов, Тимур Ғарипов, Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, Сәғиҙулла Байегет, Ирала Ҡадирова, Йософ һәм Фәнис Рәхмәтовтар һәм башҡалар йәлеп ителгән. Шулай уҡ «Рейд» хәрби-тарихи клубынан 10-дан ашыу кеше ҡатнаша.
Операторы — «Ищите женщину», «Крейцерова соната», «Покаяние», «Плащ Казановы» кеүек билдәле картиналарҙы төшөргән легендар Михаил Агранович. Фильмға музыканы Илья Духовный яҙған.
Тулы метражлы нәфис фильм төшөрөү өсөн повесҡа бер нисә эпизод өҫтәлгән. Сценарий авторы - Айҙар Аҡманов.
«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Кинотаҫманың прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнә. 19 сентябрҙә картина киң прокатҡа сыҡты. Фильм ай дауамында прокатта күрһәтелә, ә һуңынан 20 октябрҙә – Мостай Кәримдең тыуған көнөндә Рәсәйҙең «Мәҙәниәт» каналында эфирға сыға.