Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2019, 11:08

Владимир Путин Әрмәнстан етәкселеген республиканың Бойондороҡһоҙлоҡ көнө менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Әрмәнстан президенты Армен Саркисянды һәм илдең премьер-министры Никола Пашинянды Әрмәнстандың Бойондороҡһоҙлоҡ көнө менән ҡотланы, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

“Ҡотлауларҙа Рәсәй дәүләте лидеры Рәсәй-Әрмәнстан мөнәсәбәттәренең күп дәүерлек дуҫлыҡ традицияларына, рухи яҡынлыҡҡа һәм үҙ-ара хөрмәткә нигеҙләнгән союздаш, дуҫ булыуын билдәләне”, - тиелә хәбәрҙә.
Владимир Путин шулай уҡ Рәсәй-Әрмәнстан мөнәсәбәттәренең сәйәсәт, сауҙа-иҡтисади, гуманитар һәм башка тармаҡтарҙа артабан да үҫешәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Әрмәнстандың Бойондороҡһоҙлоҡ көнө – милли байрам, ул республикала 21 сентябрҙә билгдәләенде
#ВладимирПутин
Читайте нас: