Владимир Путин Эльвира Нәбиуллинанан төҙөлөш тармағын финанслау хаҡында ентекле һорашты. Ишеткәнһегеҙҙер, хәҙер торлаҡ төҙөлөшө өсөн граждандарҙан аҡса эскроу-иҫәп системаһы буйынса йыйыла. Шулай иткәндә халыҡ "алданған өлөшсө" булмай, тиҙәр.
Үҙәк банк рәйесе әйтеүенсә, әле эскроу-иҫәп схемаһы менән 95 банк эшләргә хоҡуҡлы. Хоҡуҡлы, әммә барыһы ла эшләргә теләп еткермәй. 39 банк ҡына, эшләйбеҙ, тигән. Урындағы властар ҙа төҙөлөш эшен контролләргә тейеш. Йәғни, инфраструктура йәһәтенән уларҙың хәстәрлеге булыуы шарт. Дөйөм алғанда, банк системаһы тотороҡло. Капитал етерлек, ликвидлыҡ етерлек. Былар кредитлау күләмен дә арттырырға мөмкинлек бирә, иҡтисади үҫешкә лә булышлыҡ итә.