Хәҙер Башҡортостанда балаларға электрон тәмәкеләр, кальяндар, вейптар, тәмәкеһеҙ тартыу ҡатнашмалары, таштар, сироптар һәм уларҙың аналогтары тыйылды. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн бәлиғ булмағандарға ошондай тауарҙар һатыуҙы сикләү тураһында тейешле закон ҡабул итте.
«Тиҙҙән Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына балаларға ошо тауарҙарҙы законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ билдәләгән үҙгәрештәр индерелә, — тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Тәүҙә, тыйыуға ҡарамаҫтан, яза нормаһының булмауы мөмкин. Шулай ҙа сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре әле үк законды үтәр тип ышанам. Уларҙың абруйы туранан-тура шуға бәйле. Өҫтәүенә бындай хәл оҙаҡ дауам итмәҫ».
Башҡортостан парламенты спикеры яҡын арала законды боҙған өсөн яза билдәләнер тип вәғәҙәләне. Ә уға тиклем уның үтәлешен йәмәғәтселәр контролдә тота.