-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2019, 19:45

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре ҡатнашыусыларының V бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы асылды

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре ҡатнашыусыларының V бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы үҙ эшен башланы.

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре ҡатнашыусыларының V бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы үҙ эшен башланы.
Унда 30-ға яҡын илдән 3 мең самаһы делегат ҡатнаша.
Башҡортостандың баш ҡалаһындағы «юбилей» форумында ҡатнашыусылар иҫәбендә «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Алексей Репик, Рәсәй президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов, Рәсәй президентының ШОС эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтейәр Хәкимов, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин, Бразилияның Милли иҡтисади үҫеш банкының элекке етәксеһе Луис Эдуардо Мелин, Пакистандың Сауҙа-сәнәғәт палаталарының генераль секретары Мөхәммәт Икбал Тахим һәм башҡа рәсми кешеләр бар.
Ғәҙәттәгесә, Өфөлә йыл һайын ойошторолған форумдың программаһы бик бай һәм төрлө.
Ике көн дауамында — 26 һәм 27 сентябрҙә — форум делегаттары төп темалар хаҡында фекер алыша. Улар араһында — төбәк-ара кооперация, ШОС һәм БРИКС киңлегендә бизнесты яҡлау, ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәре араһында интернет-сауҙаны, туризмды үҫтереү; ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең инновацияларына инвестициялар, социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлештәре һәм башҡа мөһим темалар.