Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2019, 11:09

2020 йылдан минималь эш хаҡы 12 130 һум тәшкил итәсәк

Владимир Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, иҡтисади үҫеш үҙ маҡсат түгел, һуңғы һөҙөмтә мөһим – халыҡтың килемдәрен арттырырға кәрәк. 1 октябрҙән, Президент күрһәтмәһенә ярашлы, Май указында ҡаралмаған, йәки эш хаҡы артмағандарға, 4,3 процентҡа эш хаҡы күтәреләсәк.

2020 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы 7,5 процентҡа, йәки 850 һумға артасаҡ һәм 12130 һум тәшкил итәсәк, тине дәүләт башлығы.
Президент белдереүенсә, беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр алған ғаиләләр һанын 45,7 проценттан 68 процентҡа тиклем арттырырға кәрәк. Мохтаж ғаиләләр был ярҙамды балаларына өс йәш тулғанға тиклем аласаҡ.

#ВладимирПутин
Читайте нас: