Бизнес Президент Владимир Путиндың капиталды амнистиялау тураһындағы һүҙенә ышана ала”, – тип белдерҙе матбуғат секретары Дмитрий Песков. Федераль именлек хеҙмәте амнистия тураһындағы махсус декларацияны эшҡыуарҙың ғәйебен иҫбатлау өсөн файҙаланған һуң, Президенттың һүҙҙәренә ышанырға мөмкинме, тигән һорауға ул ошо рәүешле яуап биргәйне.
Мәғлүм булыуынса, Федераль именлек хеҙмәте Федераль һалым хеҙмәтенең үҙәк аппараты бинаһында амнистия тураһындағы махсус декларацияларҙың береһен алып, енәйәт эшендә дәлил булараҡ файҙалана ине. Ғәмәлдә һүҙ Ленинград өлкәһендә Фин ҡултығы ярында диңгеҙ порты төҙөгән “Усть-Луга” компанияһы хужаларының береһе Валерий Израйлит эше тураһында бара. Ул күпләп аҡса урлауҙа, ялған документтар ҡулланып, валюта операцияларын тормошҡа ашырыуҙа ғәйепләнә һәм 2016 йылдың декабренән һаҡ аҫтында тотола.
Суд бизнесмендың декларацияһын ҡулға төшөрөүҙә бер ниндәй ҙә закон боҙоу осрағын күрмәй. Оператив-эҙләү эшмәкәрлеге тураһындағы закон бындай декларацияларҙы файҙаланыуҙы тыймай, тип билдәләй ул.