-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2019, 14:56

Рәсәй президенты граждандарҙың бер нисә категорияһын НДФЛ түләүҙән азат итте

Рәсәй президенты Владимир Путин граждандарҙың бер нисә категорияһын физик берәмектәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләүҙән азат итеү тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ 29 сентябрҙә хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.

Әйтәйек, йылына дүрт меңдән артыҡ булмаған күләмдә матди ярҙам алған студенттар, курсанттар, аспиранттар, адъюнкттар, ординаторҙар һәм ассистент-стажерҙар НДФЛ түләүҙән азат ителә.
Бынан тыш, стихиялы бәлә-ҡазаларҙа, теракттарҙа һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргән граждандар һалымдың ошо төрөнән азат ителә, уларҙың ғаиләләренә лә НДФЛ түләргә кәрәкмәй.
Яңылыҡ торлағын ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргәндәргә ҡуртымға биргәндәргә лә ҡағыла.
Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.