Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдан шарапҡа акциздың берҙәм ставкаһын билдәләү, шулай уҡ йөҙөмгә акциздарҙы ғәмәлгә индереү тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә.
Бөгөнгө ҡануниәткә ярашлы, илебеҙҙә етештерелгән шарапҡа акциздың льготалы ставкаһы буйынса һалым һалына. Мәҫәлән, 2020 йылда үҙебеҙҙә сығарылған бер литр шарапҡа акциз ставкаһы – биш һум, ә шампан шарабына – 14 һум, ә сит ил шарабына – 19 һум, шампанға иһә 37 һум булыр ине.
Яңы закон Рәсәй һәм сит ил эсемлектәренә акциздарҙы тигеҙләй һәм һалым ставкаһын арттыра.
Бер үк ваҡытта йөҙөмгә лә акциз индерелә. 2020 йылда ул бер тонна виноградҡа – 30 һум, 2021 йылда – 31, 2022 йылда иһә 32 һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең йөҙөм үҫтереүселәргә арттырылған коэффициент менән һалым ҡайтармаһы алыу хоҡуғы биреләсәк.