Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2019, 15:07

“Йәшел Башҡортостан”ға һин дә ҡушыл!

5 октябрҙә, Республика көнө алдынан, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ойошторола. Ағас ултыртыу ғына түгел, ә мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған акция республикала икенсе тапҡыр үтәсәк. 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан тәүге акцияла 109 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды, 164 тематик аллея бүленде.

5 октябрҙә, Республика көнө алдынан, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ойошторола. Ағас ултыртыу ғына түгел, ә мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған акция республикала икенсе тапҡыр үтәсәк. 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан тәүге акцияла 109 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды, 164 тематик аллея бүленде.
5 октябргә республика ҡалаларында һәм райондарында икенсе акцияны үткәреү өсөн майҙансыҡтар, үҫентеләр һәм ашламалар әҙерләнә. «Йәшел Башҡортостан» акцияһында теләгән һәр кем ҡатнашып, ағасын ултыртыу мөмкинлегенә эйә.
Был көндә республика буйынса ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, каштан, ҡарама, тирәк, гөлйемеш, миләш, спирея үҫентеләрен ултыртыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта ағас ултыртыу ҡағиҙәләренә, ҡыш көнө уларҙы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Бынан тыш, акцияла ҡатнашыусыларҙы ижади коллективтарҙың сығыштары һәм ҡайнар аш көтәсәк.
5 октябрҙә акцияға ҡушылып. район урмансылыҡтары ла үҫентеләр ултыртасаҡ. Тирлән урмансылығы начальнигы Наил Әхмәтшин белдереүенсә, Арша участка урмансылығының (55-се кварталы) 3 гектар урман фондында 10 мең ҡарағай, 2 меңләп шыршы ултыртыу күҙаллана. Урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре ағас ултыртыу урындарын әҙерләп ҡуйған да инде. Ирекмәндәрҙең, теләүселәрҙең акцияға ҡушылып, дәррәү, берҙәм ағас ултыртыуы ғына ҡалған. Изгелек ҡылырға теләүселәр булһа, йәш үҫентеләрҙе урмансылыҡ питомнигынан алырға мөмкин. Шулай уҡ был көндө Тирлән ауыл хакимиәте лә үҙ биләмәһендә, атап әйткәндә, яңы төҙөкләндерелгән аллеяла 60-70-ләп йәш үҫенте ултыртасаҡ. Бында бер нисә йылдан саған, мышар, шыршы үҫентеләре йәм биреп торасаҡ, ауыл халҡының ял итеү үҙәгенә әйләнәсәк.
Шулай уҡ, белореттар ҙа “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашасаҡ. Был көндө Йәштәрҙең ял үҙәге бинаһы алдында үҫентеләр ултыртыласаҡ.
Читайте нас: