Белорет ҡалаһында 37 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән: уның бәлиғ булмаған улына һөжүм иткәндәр, телефонын талап алғандар.
Малай тышта дуҫтары менән уйнап йөрөгән. Эргәләренән иҫерек ир үтеп барған. Үҫмерҙең ҡулында телефон күргәс, уны үҙләштерергә булған: яҡын килеп, көс менән тартып алған. Малай шунда уҡ өйгә ҡайтып, хәл тураһында әсәһенә һөйләгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ талаусыны эҙләргә тотонған. Һөҙөмтәлә 27 йәшлек ирҙе тотҡандар. Ул ҡулға алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Малайға телефоны ҡайтарып бирелгән.